Башланғыстың маҡсаты – Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында уҡығандарҙы мәҙәниәт учреждениелары һәм ижади коллективтар етәкселәре менән таныштырыу. Башҡортостан Республикаһы был проектта ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенттары алдында Милли симфоник оркестрҙың генераль директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Алексеев сығыш яһаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың апрелендә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Уға Калининград өлкәһендә Балтик мәҙәни форумын үткәргәндә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы ректоры, профессор Александр Рыжинский ҡул ҡуйҙы. Бөгөнгө көндә академияла Башҡортостан республикаһынан 12 студент белем ала, улар араһында урта махсус музыка колледжын, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар бар. Фото: Башинформ