Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әлфиргә миҙал тапшырылды

Рәсәй Федерацияһының Оборона министры приказы менән Әлфир Вафир улы Заманов министрлыҡтың “Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы менән наградланды. Әлфир ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты һәм ғаиләһе, ата-әсәһе, туғандары янында булды. Тыуған яғы Баймаҡ районының Күсей ауылында ял итеп, Күсемташ, Йәнтәл тауҙарына менеп, Мәмилә, Йәкәү буйҙарын иңләп, күңелендәге хис-тойғоларын бушатты, күкрәк киреп йырлап, тыуған яғынан көс һәм рух алып китте. Юғары награда йырсы-яугиргә Санкт-Петербургтағы хәрби часында тапшырылды. Әйткәндәй, күптән түгел Сибай концерт-театр берекмәһенән мобилизацияланған Фидан Фәрит улы Бирғәлин да ошондай уҡ миҙалға лайыҡ булғайны. Фото: "Күсейҙәр" төркөмөнән.