Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы балалары тыуған ата-әсәләргә ярҙамға

Бала табыу йортонан балалар баҡсаһына тиклем – Дәүләт хеҙмәттәренең “Бала тыуыу” суперсервисы яңы тыуған бәпестең тәүге документтарын еңел һәм тиҙ генә эшләп алырға ярҙам итәсәк. Суперсервис үҙ эсенә: бала тыуыуын теркәү, даими һәм ваҡытлы прописка, СНИЛС һәм ИНН, ОМС полисы һәм поликлиникаға беркетелеү, балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйыуҙы ала. Суперсервис “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисади” милли проектының “Һанлы дәүләт идаралығы” федераль проекты ярҙамында эшләнгән. Унда бала тыуғанда кәрәк булған иң популяр социаль хеҙмәттәр ингән һәм дәүләт хеҙмәттәрен онлайн-режимда алыуҙы ябайлаштыра. – “Бала тыуыу” – ата-әсәгә балаға кәрәкле бар документтарҙы этаплап эшләргә ярҙам иткән уңайлы ярҙамсы. Сервис һеҙгә әлеге ваҡытта иң кәрәк хәлде һайлау мөмкинлеге бирә, – тине Башҡортостандың һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Билдәле булыуынса, 2023 йылда ата-әсәләр Дәүләт хеҙмәттәре аша миллион самаһы ғариза тапшырған. Тулыһынса онлайн килеш 140 меңдән ашыу бала теркәлгән. Йыл башынан сервис менән 14 йәшкә тиклемге балалары булған 230 мең ата-әсә файҙаланған. Сервис бик уңайлы: уның ярҙамында бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ алғас, ике ата-әсәнең дә Дәүләт хеҙмәттәрендә автоматик рәүештә СНИЛС, ИНН һәм медицина полисы алыуға һорау барлыҡҡа килә. Шулай уҡ суперсервис түләмдәр һәм льготалар тураһында мәғлүмәт бирә. Әсәйҙең шәхси кабинетында әсәлек капиталы тураһында мәғлүмәт килеп сыға. Билдәле булыуынса, “Һанлы иҡтисад” (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостандың һанлы үҫеш министрлығы.