Иҫерек водителдәр менән көрәш Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итеп, иҫерек водителдәр менән бергәләп көрәшергә саҡыра. Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй. Телефон һандары 279-32-92, Өфөнөң коды 347. Унда шылтыратып эскән йә юл ҡағиҙәһен боҙған водитель тураһында хәбәр итергә мөмкин.Дыуандың юл хәрәкәте инспекторҙары иҫерек килеш рульдә килгән водителде туҡтата. Уны асыҡларға граждандар ярҙам итә. 30 йәшлек ханым йөрөткән автомобиль салонында тағы бер пассажир һәм йәш бала ултыра. Ҡатын үҙенең был ҡылығын сабыйын тиҙ арала дауаханаға алып барыу кәрәклеге менән аңлата.Өфө янындағы гараж ширҡәттәренең береһендә иҫерек водителде айыҡ граждан туҡтата һәм полиция килеп еткәнсе тотоп тора. Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны ярҙамында Салауат ҡалаһында иҫерек водитель тотола. Кисен Хендай Солярис руле артында ултырған ирҙең эскәне тураһында хәбәр килә. Ошо турала мәғлүмәт телеграм-чатта ла баҫыла. Эҙләү барышында