Быйыл май аҙағында Башҡортостанда Тимур Сөләймәнов исемле 17 йәшлек үҫмер юғалды. Ул 28 майҙа Юлдаш ауылында йәшәгән өләсәһендә була һәм Яңы Балаҡатай ауылына имтихан тапшырырға тип китә. Тик уҡыған урынына барып етмәй һәм бәйләнешкә сыҡмай башлай. Егетте полиция, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ эҙләй. Тик ошоға тиклем бер һөҙөмтә лә юҡ. Бөгөн эҙләүҙәрҙе ойошторған “БашРегионСпас” төркөмө ирекмәндәре, ваҡыт күп үтһә лә, эҙләү туҡтатылманы тине. Ирекмәндәр әйтеүенсә, кеше ошолай оҙаҡ табылмаһа, эҙләү көткән эффект бирмәйәсәк. Шуға күрә, улар мөмкинлек булыу менән эҙләүҙең башҡа юлдарын файҙалана. Мәҫәлән, кисә Тимурҙы эҙәрмән эттәр менән эҙләгәндәр. Уларға ярҙамға “Град 24” кинологик отряды килгән. “Кеше юғалған ғына саҡта эттәр ярҙамға килә һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Тәүге көндәрҙә тере кешеләрҙе таба торған эттәр файҙаланыла. Ә инде оҙаҡ ваҡыт үткәс, йәки кеше үлгән тигән шик булһа, эттәр уның ҡалдыҡтарын табырға ярҙам итә”, – ти ирекмәндәр. Кисә эттәр Тимур юғалған урында булған, ике эт