Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә хакатон ойошторола

Был сара “Һанлы иҡтисад” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһен үҫтереүгә булышлыҡ итә. IТ-ярышта ҡатнашыу өсөн юғары уҡыу йорттары студенттарына ике, йә дүрт кешенән торған команда йыйырға һәм уны сайтта теркәргә кәрәк. Бөгөнгә Рәсәйҙең 21 ҡалаһынан 130-ҙан ашыу студент ҡатнашырға теләк белдергән дә инде. Улар иҫәбендә былтырғы хакатон еңеүселәре лә бар. Һайлап алыу этабынан һуң 12 иң яҡшы команда Өфөлә ярышта ҡатнашасаҡ. Ярышта ҡатнашыусыларға шаттл төҙөргә, программаларға һәм уның квадрокоптер менән үҙ-ара эш итеүен көйләргә кәрәк буласаҡ. Хакатон еңеүселәренә аҡсалата бүләк ҡаралған. Ярыштың приз фонды 600 мең һум тәшкил итә. “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) иҡтисадта һәм социаль өлкәлә цифрлы технологияларҙы тиҙләтеүгә, юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар булдырыуға, илдең глобаль баҙарҙа конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға, милли именлекте нығытыуға һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Был милли проект Президент Владимир Путин инициативаһы менән 2019 йылда бойомға ашырыла башланы. Фото: Евгений Одиноков.