Башҡортостанда махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыу туҡталмай. Стәрлетамаҡ районының битараф булмаған партия ағзалары, фекерҙәштәр һәм әүҙемселәр был эштә ҙур ихласлыҡ менән ҡатнаша. – Гуманитар ярҙам йыйыу бәләкәй балаларҙы ла, оло быуын кешеләрен дә берләштерә. Барыһы ла беҙҙең хәстәрлектән Ватан һаҡлаусыларыбыҙға бер аҙ еңелерәк булһын өсөн эшләнә, – ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Светлана Хөббөтдинова. Бөтә ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр йылы әйберҙәр, ойоҡбаш, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, консервалар, быҡтырылған ит килтерә. Район уҡыусылары “Һалдатҡа хат” илһөйәрлек акцияһында ҡатнаша. Улар хәрби хәрәкәттәр зонаһына гуманитар ылау менән ебәреләсәк яугирҙәрҙе дәртләндереү һүҙҙәре менән һуғарылған хаттар яҙа. Балалар ҡулы менән яҙылған хаттарҙа яугирҙәргә ҡарата иң изге теләктәр тыуа. Уҡыусыларҙың бөтә хәбәрҙәре мотлаҡ үҙенең адресатына – блок-постарға, блиндаждарға, окоптарға һәм алғы һыҙыҡҡа барып етәсәк. Һалд