Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сыйырсыҡтар ҡайтҡан!

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Фәнүзә Хәлитова матур яҙма һәм фото-видео менән уртаҡлашты. “Тыуған йорттары менән хушлашырға сыйырсыҡтарыбыҙ ҡайтты. Моңһоу булып китте... Сит яҡтарҙан имен генә ҡайтырға яҙһын һеҙгә, ҡошсоҡтар!” – ти яҙҙы ул. “Эйе, беҙҙекеләр ҙә йыл да ҡайтып хушлашып китәләр”, - тип өҫтәгән комментарийҙа Гүзәл Тазетдинова. Ғәҙәттә, сыйырсыҡтар яҙғыһын кешеләр яһаған бәләкәй йортсоҡтарҙа йомортҡа һалып, ҡошсоҡтар сығара. Улар 20-21 көнлөк булһа, оянан үҙаллы осоп сыға башлай. Бәләкәстәрен тағы бер-ике аҙна ашатҡас, сыйырсыҡтар аҙыҡ күберәк урындарға, башлыса урман-ҡырға күсенә. Артабан сентябрь аҙағы, октябрь башынаса шунда булып, бергә тупланып, йылы яҡтарға юллана. Алыҫ юлға йыйынған ҡоштарҙың үтер юлдары еңел булһын, тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар! Фото: Фәнүзә Хәлитованың сәхифәһенән (https://vk.com/id94486080)