Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көҙгө саҡырылыш: яңы ҡағиҙәләр

2023 йылда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу элекке ҡағиҙәләр буйынса уҙғарыла - хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар белдереүҙе ҡағыҙ формала ала, ләкин хәрби комиссариатҡа аҡларлыҡ сәбәп булмай тороп килмәгән осраҡта штраф суммаһы 30 мең һумға тиклем арттырыла. Элек иң күбе өс мең һум тәшкил итә ине.Электрон белдереүҙәр хәрби иҫәпкә алыу реестры тулыһынса эшләй башлағанға тиклем тест режимында ғына килергә мөмкин. Улар ҡағыҙ белдереүҙәрҙе ҡабатлаясаҡ ҡына.Бынан тыш, хәрби комиссариатҡа үҙҙәре хаҡындағы мәғлүмәттең үҙгәреүе (ғаилә хәле, белеме, эше йәки күсеп китеүе) тураһында хәбәр итмәгәндәргә хәҙер биш мең һумға тиклем штраф янай.Был нормалар 2023 йылдың 1 октябренән үҙ көсөнә инде.Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәтте уҡығыҙ:Башҡортостанда көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы тураһында нимә белергә кәрәкСаҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт тураһында йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар – Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы сайтында: https://vk.cc/crlH58