Найти тему
Башҡортостан гәзите

Исемең кем? Наоми, Нэйтан, Северин!

Сабыйҙарға ниндәй генә исемдәр ҡушмайҙар?! Хатта ҡайһы берҙәрен әйтергә тел дә әйләнмәй. Башҡортостандың ЗАГС мәғлүмәт-аналитика порталы уҙған аҙнала сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәрҙең исемлеген баҫтырып сығарған. Ҡыҙҙарға - Наоми, Иман, Алика, Миша, Флүзә, ә малайҙарға Северин, Бакир, Валентин, Нэйтан, Мансаф тигән исемдәр һайлағандар. Шулай уҡ София, Арина, Әминә, Ева, Эмилия кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Ир-егет исемдәре араһында иһә Әмир, Матвей, Мирон, Марк, Тимур кеүектәр бик күп. Мәғлүмәттәр 2 октябргә ҡарата алынған. Ә һеҙҙең ҡыҙ һәм улдарығыҙға ниндәй матур һәм мәғәнәле исемдәр ҡушылған? Әйҙәгеҙ, яҙығыҙ әле. Фото: "Башинформ".