Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урал легендаларын барып күрәйек

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе филармониялар фестивалендә ҡатнаша. Шул айҡанлы 4 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармонияһы һоҡландырғыс өр-яңы форматтағы “Урал легендалары” мюзиклының премьераһын ҡуясаҡ. - «Урал легендалары» - ул мөхәббәт, изгелек, намыҫ, дуҫлыҡ, тыуған еребеҙҙе, тирә-яҡ мөхитте хөрмәт итеү хаҡындағы тарих. Торатау итәгендә таҙа, һылыу Ағиҙел йылғаһы ағып ята – тыуған ерҙең йәшәү сығанағы, ул хәстәрлеккә һәм яҡлауға мохтаж. Урал батырҙың данлыҡлы тоҡомонан булған Иҙел батыр ҡыҙы Ағиҙелде бөйөк далалар ханының улы Тураханға кейәүгә бирә. Ҡыҙын оҙатҡанда, ул ата-бабаларының аманатын – үҙ халҡыңды һаҡларға, яҡларға һәм Ер-әсәнең шифалы күкрәк һөтө тураһында һәр ваҡыт хәтерендә тоторға ҡуша. Йәштәрҙең мөхәббәтенә Шүлгән батшаның уң ҡулы Ашаҡ ҡамасауларға маташа. Уның ҡарамағында бөтә дейеү ғәскәре һәм Шаман ҡатын була. Турахан менән Ағиҙелгә уларҙың тоғро дуҫы Ҡара Аҡҡош ергә с

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе филармониялар фестивалендә ҡатнаша. Шул айҡанлы 4 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармонияһы һоҡландырғыс өр-яңы форматтағы “Урал легендалары” мюзиклының премьераһын ҡуясаҡ. - «Урал легендалары» - ул мөхәббәт, изгелек, намыҫ, дуҫлыҡ, тыуған еребеҙҙе, тирә-яҡ мөхитте хөрмәт итеү хаҡындағы тарих. Торатау итәгендә таҙа, һылыу Ағиҙел йылғаһы ағып ята – тыуған ерҙең йәшәү сығанағы, ул хәстәрлеккә һәм яҡлауға мохтаж. Урал батырҙың данлыҡлы тоҡомонан булған Иҙел батыр ҡыҙы Ағиҙелде бөйөк далалар ханының улы Тураханға кейәүгә бирә. Ҡыҙын оҙатҡанда, ул ата-бабаларының аманатын – үҙ халҡыңды һаҡларға, яҡларға һәм Ер-әсәнең шифалы күкрәк һөтө тураһында һәр ваҡыт хәтерендә тоторға ҡуша. Йәштәрҙең мөхәббәтенә Шүлгән батшаның уң ҡулы Ашаҡ ҡамасауларға маташа. Уның ҡарамағында бөтә дейеү ғәскәре һәм Шаман ҡатын була. Турахан менән Ағиҙелгә уларҙың тоғро дуҫы Ҡара Аҡҡош ергә сир ябырылыуы, һыуҙар ағыуланыуы хаҡында хәбәр еткерә. Ағиҙел кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн Аҡ мәмерйәләге Ер-әсәнең күкрәк һөтөн табырға тейеш, тик Ағиҙелдең юлында кәртәләр осрай. Кем уға ярҙам итә алыр? Турахан менән Ашаҡтың алышы нимә менән бөтөр? Был тарихтың шаһиттары булған дүрт мөһабәт тауға һәм саф һыулы йылғаға арнап халҡыбыҙ бөгөн дә дан йырлай, - тип аңлатма бирә филармонияның художество етәксеһе Лира Фәйзуллина. Эпик мюзиклда 60-тан артыҡ артист ҡатнаша, уны булдырыу өҫтөндә оҫта белгестәр эшләгән. Тамаша залы декорациялар менән биҙәлгән, сағыу костюмдар ҡулланыла. Сценарийҙың авторы – тележурналист, шағирә, драматург Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссеры – филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина, мюзиклдың композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссамы Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссам Наталья Степанова. Төп партияларҙы Гүзәлиә Татлыбаева, Илдар Әбдрәшитов, Илдар Рәхимҡолов башҡара. Шулай уҡ Ришат Хәмитов, Гөлназ Иҙрисова, Альберт Килмәков, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғафуан Фәзуллин сағыу сәхнә образдарын тыуҙыра. Стәрлетамаҡтар тоғро тамашасыларын көтөп ҡала. Фото һәм видео Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенән алынды.