Найти тему
Башҡортостан гәзите

Батыр яугирҙең әсәһе лә батыр

Салауат районының Мөрсәлим ауылынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Мәҡсүт Халджановтың ғаиләһе хәрбиҙәр өсөн 25 мең һумлыҡ гуманитар ярҙам туплаған. Бөгөн уларҙың үҙҙәренә ярҙам, йылы һүҙ, яҡшы мөнәсәбәт кәрәк саҡта, оло юғалтыуға, йөрәк һыҙлауына ҡарамай, батырҙың ғаиләһе ныҡлыҡ, берҙәмлек күрһәтә, тип яҙа “На земле Салавата” гәзите. Һәләк булған яҡташтарының әсәһе Фирүзә Миниәхмәт ҡыҙына һәм уның ғаиләһенә эскерһеҙ ярҙамы өсөн ауылдаштары бик рәхмәтле. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов һәм Мөрсәлим ауыл биләмәһе етәкселеге батыр яугирҙең әсәһенә һәм уның ғаиләһенә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Фото: “На земле Салавата”.