Бөгөн Башҡортостан халҡы ҙур юғалтыу кисерҙе – билдәле ғалимә, йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинова ҡапыл ғына арабыҙҙан китте. Уны башҡорт донъяһында белмәгән кеше юҡтыр. Уға һәр саҡ һоҡланып ҡарай инек. Фирҙәүес апай һәр саҡ көслө ҡатын булып ҡала алды, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар алдында баш эймәне. Фирҙәүес апайҙың вафаты тураһында мәғлүм булғас, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының 2015 йылда “Әйтер һүҙем бар” тапшырыуында Мостай Кәримдең “Ғүмерем минең...” тигән шиғырҙы уҡыған видеояҙманы һалды. Фирҙәүес апай уҡыуында был шиғырҙы ҡат-ҡат тыңланым. Тәрән мәғәнәле шиғырҙы һайлаған апайыбыҙ, гүйә, үҙ тормошона байҡау яһаймы ни... Ғүмерем минең... Ғүмерем минең сәйер уйын булды, Серле бер йәрәбә – тотоштан. Алмаш-тилмәш килде таҡ менән йоп Отолоуҙар менән отоштар. Юғалтыуҙар аңдып торҙо һәр саҡ Урау юлдарҙағы табышты. Мөхәббәт тә яңғыҙ йөрөмәне, Гел эйәртеп алды һағышты. Инсафланып бөттөм, тигәс кенә, Йәнә килеп шайтан ҡотортто. Маҡтау күргән һайын, ғәмем артып, Оторо мине хурлыҡ ҡурҡытты. Минең йөрәк аша үтә, ахыры, Көндәр менән төндәр ыҙаны. Шатлығым йыш бәхет сигенә етте, Тик ул сикте әле уҙманы. Ғүмерем минең хәтәр уйын булды, Серле бер йәрәбә – тоташтан. Алмаш-тилмәш килде таҡ менән йоп, Отолоуҙар менән отоштар. ...Уңыштарым егет итте мине, Баҫынҡы ир итте табыштар. Әммә мине шағир яһанылар Юғалтыуҙар менән һағыштыр. Был видеояҙманы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә ҡарай алаһығыҙ. Фотолар: скриншот. Видеояҙма: Наилә Сәфәрғолованың сәхифәһенән алынды.