Бөгөн Өфөлә Телдәрҙең төбәк-ара форум-фестивале сиктәренә “Төбәктең тотороҡло үҫеше факторы булараҡ, Башҡортостанда тел сәйәсәте” темаһына фәнни-ғәмәли конференция булып үтте. Был сара “Минең туған телем” программаһына ярашлы уҙғарылды. Уның маҡсаты – телгә ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеүгә, тел технологияһы өлкәһендә перспективалы йүнәлештәр тураһында мәғлүмәтлелекте күтәреүгә йүнәлтелгән. Әйткәндәй, телгә ҡағылышлы бындай конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә уҙғарылып килә. Әлеге конференцияла байтаҡ ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле тәҡдимдәр, сығыштар яңғыраны. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов республикабыҙҙа телдәрҙе үҫтереүгә күрһәтелгән иғтибарға байҡау яһаны. -Республикабыҙҙа бөгөн күләмле сара уҙғарыла. Ул телселәрҙе лә, IT өлкәһендә эшләүселәрҙе лә берләштереүгә йүнәлтелгән. Киләсәктә бар мәғлүмәт, интернетта булһынмы, телевидениеламы, автоматик рәүештә икенсе телдәргә тәржемә ителәсәк. Уларҙың