Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Еңеү ейәндәре. Ленинград” халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итеү асыла

Ленинград блокадаһы башланыу көнөндә “Еңеү ейәндәре. Ленинград” халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итеү асыла. Был сара Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Проектҡа башланғысты Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко һәм Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте (ВОД) “Еңеү ирекмәндәре” үҙәге штабы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Занко бирҙе. Конкурсты Ленинградта үткәреү идеяһы быйыл ошо йылдың февралендә тыуғайны. Волгоградта патриотттар һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙа Донецк Халыҡ Республикаһынан Хәрәкәт доброволецы Анастасия Литвинова В.В. Путинға Ленинград һуғышында ҡатнашҡандарҙың ейәндәре, бүләләре слетын үткәрергә тәҡдим итә. Президент инициативаны хуплай. “Ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем, һәм ул үтәлһен өсөн булышлыҡ итәсәкмен. Быны мотлаҡ эшләргә кәрәк, ә Хөкүмәт менән һөйләшербеҙ”, - тине Президент әүҙемселәр менән осрашҡанда. Конкурста ҡамауҙағы Ленинградты яҡлаусыларҙың һәм унда йәшә

Ленинград блокадаһы башланыу көнөндә “Еңеү ейәндәре. Ленинград” халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итеү асыла. Был сара Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Проектҡа башланғысты Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко һәм Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте (ВОД) “Еңеү ирекмәндәре” үҙәге штабы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Занко бирҙе. Конкурсты Ленинградта үткәреү идеяһы быйыл ошо йылдың февралендә тыуғайны. Волгоградта патриотттар һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙа Донецк Халыҡ Республикаһынан Хәрәкәт доброволецы Анастасия Литвинова В.В. Путинға Ленинград һуғышында ҡатнашҡандарҙың ейәндәре, бүләләре слетын үткәрергә тәҡдим итә. Президент инициативаны хуплай. “Ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем, һәм ул үтәлһен өсөн булышлыҡ итәсәкмен. Быны мотлаҡ эшләргә кәрәк, ә Хөкүмәт менән һөйләшербеҙ”, - тине Президент әүҙемселәр менән осрашҡанда. Конкурста ҡамауҙағы Ленинградты яҡлаусыларҙың һәм унда йәшәүселәрҙең вариҫтары, шулай уҡ тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашҡан доброволецтар ҡатнаша. “Илһөйәрлек ғаиләлә башлана. Берәй туғаныңдың теге йәки был тарихи ваҡиғала ҡатнашҡанын белһәң, ул ваҡиға менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлайһың. Конкурс еңеүселәре Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙөү юбилейы сараларын ойошторошоу мөмкинлеген генә алмай, ә ғаиләләренең тарихы бәйләнгән урындарға сәйәхәт итә аласаҡ. Конкурстың бөгөн – Ленинградты ҡамау башланған көнгә тап килеүе ҙур мәғәнәгә эйә”, - тине Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте “Еңеү ирекмәндәре” үҙәге штабы рәйесе Ольга Занко. Конкурста Рәсәй һәм донъяның башҡа илдәренән 18 йәшкә тиклемге граждандар ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн волонтерыпобеды.рф сайтында теркәлеп, “Мероприятия” бүлегендә заявка бирергә, шулай уҡ конкурс заданиеларын үтәргә кәрәк. Ғаризалар 31 октябргә тиклем ҡабул ителә. Һөҙөмтәләр 5 декабрҙә иғлан ителәсәк. Конкурс еңеүселәре Ленинградты фашистар ҡамауынан азат итеүҙең 80 йыллығы алдынан Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә йыйыла һәм ата-бабалары, туғандары менән туранан-тура бәйле урындарҙы барып күрә ала. “Бөгөн быуындар араһындағы бәйләнеште өҙөргә, тарихты боҙоп күрһәтергә, совет халҡының, совет һалдатының әһәмиәтен төшөрөргә һәм йәштәрҙе айырырға маташыуҙар бара. Шуның өсөн дә был проект йәштәргә бик мөһим. “Еңеү ейәндәре” тип юҡҡа ғына аталмаған ул. Ғүмерен Еңеү өсөн, шулай уҡ ошо ергә - ҡамауҙағы Ленинград өсөн биргәндәр өсөн дә бик мөһим”, - тине Александр Дрозденко. Еңеүселәр вариҫтары сәскә һалыу, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм ҡамауҙағы Ленинградта йәшәгәндәрҙе оҙатыу, һуғыш ваҡытындағы ҡаланың тарихы менән танышыу, профессиональ тарихсылар менән аралашыу кеүек иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашасаҡ. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.