Найти тему
Башҡортостан гәзите

Инвесторҙар менән бәйләнеш өсөн берҙәм система булдырыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республиканың башҡарма власть органдары һәм төбәктең эшлекле берләшмәләре вәкилдәре менән яңы инвестиция проекттарын - төбәк инвестиция стандартын оҙатыу системаһын ғәмәлгә индереү сиктәрендә инвесторҙар менән бәйләнештең берҙәм механизмын булдырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Төбәктә бизнес-берләшмә менән эш һәр ведомствоға һәм бизнес-берләшмәгә хас ысулдар менән алып барыла. Күрһәтелгән хеҙмәттәр һөҙөмтәләре буйынса анкета тултырыу аша ла, дистанцион ысул менән дә кире бәйләнеш булдырыу практикаһы ҡулланыла. Һорау алыуҙы ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса үтергә мөмкин. Үҙеңдең фекереңде һәм теләктәр белдерер өсөн Башҡортостан Республикаһының махсуслаштырылған инвестиция порталы эшләй. Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урындарҙа муниципаль стандартты тормошҡа ашырыуҙы өйрәнергә, кире бәйләнештең ғәмәлдәге ысулдарына анализ яһарға, иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнергә һәм өҫтәмә мәғлүмәт алыу каналдары буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21869/