Бөгөн, 3 октябрҙә, “Торатау” конгресс-холында “Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика” тип аталған төбәк-ара семинар-кәңәшмә булды. Ойоштороусылары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Семинар-кәңәшмәлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсын ойоштороу комитеты ағзалары, ил төбәктәренән спикерҙар, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, “Айыҡ Башҡортостан” ойошмаһы ағзалары, райондар вәкилдәре, “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнашыусылар, йәмәғәт әүҙемселәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты. Сараның төп йүнәлештәре – Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса төбәктәрҙәге иң яҡшы тәжрибә өлгөләре хаҡында фекер алышыу, уларҙы таратыу; алкоголле продукция етештереү һәм уның әйләнеше өлкәһендә федераль, республика ҡануниәттәрендәге хоҡуҡтарҙан файҙаланыу; социаль етемлекте иҫкәртеү алымы булараҡ, атай-әсәйҙәрҙе реабилитациялау (“Минең ғаиләм” проекты миҫалында) һәм башҡалар. Семинарҙың тәүге өлөшөндә айыҡлыҡ идеяларын тормошҡа ашырыу эшендәге ғәмәли тәжрибәләргә, һөҙөмтәле алымдарға ҡағылышлы докладтар тәҡдим ителде. Модераторҙар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы модераторы, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры Сәлиә Мырҙабаева, шулай уҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина сығыш яһаны. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы конкурсты “социаль процестарға этәргес көс биреүсе” тип атаны, уның һөҙөмтәләре, мөмкинлектәре тураһында һөйләне. – “Айыҡ ауыл” республикабыҙҙа биш йыл тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, төбәгебеҙҙә аныҡ маҡсаттарға йүнәлтелгән системалы эш булдырылған. Халыҡ араһында эскелекте иҫкәртеүҙә тәү сиратта йәмәғәт ойошмаларының көсөн иҫәптә тотоп, уларға ныҡлы таянабыҙ. Беҙ күтәргән социаль проблема – барыбыҙ өсөн уртаҡ. Шуға ла барлыҡ профилле министрлыҡтар, ведомстволар, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен эшкә йәлеп иткәнбеҙ. Үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барғанда ғына конкурстың маҡсаттарына өлгәшә аласаҡбыҙ. Проектта ҡатнашҡан ауылдарҙағы тормошҡа ҡарап, ыңғай һөҙөмтәләрҙе бер нисә йүнәлешкә бүлергә мөмкин. Иң мөһиме – кешеләрҙең йәшәү рәүеше үҙгәреүе, уларҙа үҙ асылына ҡайтырға, ҡиммәттәрен һаҡларға ынтылыш барлыҡҡа килеүе. Проектты тормошҡа ашырыу барышында йәмәғәтселәрҙең, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең төрлө яңы башланғыстарға нигеҙ һалыуы ла ифрат һөйөнөслө, әһәмиәтле. Әлеге семинар-кәңәшмә Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнөнә ярашлы уҙғарылды. Халыҡ иғтибарын ошо проблемаға даими йүнәлтеп тороу, һис һүҙһеҙ, кәрәк, – тине сығышында Сәлиә Мырҙабаева. Артабан Баймаҡ, Хәйбулла райондары вәкилдәренең, Республика клиник наркология диспансеры баш табибы Руслан Арыҫлановтың, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлиндең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, журналист, “Йома” тапшырыуы авторы Морат Лоҡмановтың сығыштары тыңланды. Урал дәүләт тау университетының теология кафедраһы мөдире, Екатеринбург епархияһының айыҡлыҡты раҫлау һәм бәйлелектәрҙе иҫкәртеү буйынса бүлеге етәксеһе, педагогика фәндәре кандидаты, протоиерей Игорь Бачинин “Айыҡлыҡ, рухи-әхлаҡи үҫеш нигеҙе булараҡ” тигән темаға доклад тәҡдим итте, үҙҙәрендә эскелеккә ҡаршы көрәш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡортостандағы Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры, педагогика фәндәре докторы Ниля Белобородова иһә “Айыҡ ауыл” проектының Сәләмәтлек үҙәктәре һәм республика медицина колледждары эшмәкәрлеген берләштереүсе платформа булыуын билдәләне. * * * Семинар-кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә эксперттар эскелек проблемаһы, уны иҫкәртеү алымдары тураһында сығыш яһаны. Модераторҙар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсын ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, шулай уҡ ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Демография, ғаиләне, балаларҙы, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса комитеты рәйесе, “Ғилми-ижтимағи экспертиза институты” ойошмаһы генераль директоры Сергей Рыбальченко сығыш яһаны. “Айыҡ ауыл” проектының милли идеяға, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү сараһына әйләнеүен раҫлап, артабан сарала Асҡын районының Солтанбәк ауылында (республика конкурсының 2022 йылғы еңеүсеһе) төшөрөлгән видеопрезентация күрһәтелде. Был эш – бәйгенең тыуған ерҙе, асылыбыҙҙы һаҡлау, йәштәрҙә, балаларҙа сәләмәт йәшәүгә ынтылыш тыуҙырыу йәһәтенән ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәненә ныҡлы дәлил. Семинарҙың был өлөшөндә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Айыҡ Рәсәй” федераль проекты етәксеһе Бийсолтан Хамзаев ил төбәктәрендә эскелеккә ҡаршы көрәш тәжрибәһе өлгөләрен миҫал итеп күрһәтте, был эште федераль кимәлдә тағы ла киңәйтергә планлаштырыуҙарын әйтте. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы Координация советы рәйесе урынбаҫары Виктория Аршинова ошо ойошманың халыҡта айыҡлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында алып барған эштәре хаҡында бәйән итте. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Айыҡ Башҡортостан” проекты координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов төбәгебеҙҙә алкоголь продукциялары әйләнешен ҡануни йәһәттән көйләү мәсьәләләре тураһында һөйләне. Илдең башҡа төбәктәренән килгән вәкилдәр үҙҙәрендәге ҡыҙыҡлы тәжрибәләр менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Саха Республикаһы Йәмәғәт палатаһының социаль сәйәсәт, демография, ғаиләне һәм балалыҡты яҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Елена Колесникова әйтеүенсә, уларҙағы 31 райондағы 203 ауылда алкоголь һатыу закон нигеҙендә тулыһынса тыйылған. Был — дөйөм биләмәләрҙең 34,5 проценты. Айыҡ ауылдарҙа 108 590 кеше йәшәй, хәҙер уларҙың тормош хәле күпкә яҡшырған, ғүмер иткән төйәктәре лә үҫешә, заманса төҫ ала. Алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһында закон урындағы халыҡтың тауыш биреүе нигеҙендә ҡабул ителә. Бүрәт Республикаһындағы В.Р. Боянова исемендәге Йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәгенең табип-наркологы, профилактологы Анна Нагаслаева, Һарытау өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Һарытау төбәк-ара айыҡлыҡ һәм һаулыҡ йәмәғәт ойошмаһы еәтксеһе Наталья Королькова ла үҙ сығыштарында кешеләрҙе эскелектән арындырыу сараларының тотош ил именлеге өсөн ни тиклем мөһим икәнен билдәләне. Анна Нагаслаева әйтеүенсә, Бүрәт Республикаһында әле “Халыҡтың һаулығын нығытыу” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Урындағы 23 муниципаль берекмәнең дә ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән программалары, саралар планы бар. Һәр ҡайһыһында йыл һайын бер биләмәлә алкоголь һатыу тулыһынса туҡтатылырға тейеш. Муниципаль программаларҙың белгестәре халыҡҡа “айыҡлыҡ биләмәһе” булдырыу йәһәтенән методик, хоҡуҡи, белешмә ярҙамы бирә. Мәҫәлән, Закаменский районындағы Утата, Далахай ауылдарында йәшәгәндәргә закон проекты, айыҡлыҡтың юл картаһын төҙөргә булышлыҡ иткәндәр. Был биләмәләрҙә алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында ҡанун былтыр октябрҙә үҙ көсөнә ингән. Бөгөнгә мәғлүмәттәр буйынса, Бүрәт Республикаһындағы 19 ауылда эскелек бөтөнләй юҡ. Биләмәләрҙәге ошондай тәжрибә өлгөләре киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә даими яҡтыртыла, һөҙөмтәлә тотош төбәктә айыҡлыҡҡа ынтылыш арта бара. Юлай Кәримов фотолары.