Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һөт күләме артасаҡ

Ауыл хужалығы етештереүселәре туғыҙ айҙа 2604 йәш эре мөгөҙлө мал һатып алған. Был күрһәткес 2022 йыл менән сағыштырғанда 4 процентҡа юғары. - Сифатлы малдар һанын ваҡытында яңыртыу тармаҡ үҫешенең мөһим факторы булып тора. Шунһыҙ ит етештереүҙә лә, һөт етештереүҙә лә күрһәткестәрҙең үҫеүенә иҫәп тота алмайҙар. Бында дәүләт ярҙамы яҡшы этәргес көс булып тора. Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең малсылыҡ фондын һатып алыуы сығымдарҙың 50 проценты күләмендә субсидиялана, әммә бер башҡа 60 мең һумдан артыҡ түгел, - ти Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Быйыл Башҡортостанда тоҡомло мал һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн 220 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Аҡсаның күп өлөшө хужалыҡтарға еткерелгән дә инде. Былтыр бер һыйырҙан 6632 килограмм һөт һауып алынған. Был 2021 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 425 килограмға күберәк. Автор фотоһы.