Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән “Воробьевы горы” инновация фәнни-техник үҙәгенең “Ломоносов” кластарында булды. Уға бында Мәскәү дәүләт университетының интерактив макеты үҙәген күрһәттеләр, “Ломоносов” һәм башҡа кластерҙар төҙөлөшө тураһында һөйләнеләр. Андрей Назаров билдәләүенсә, фән һәм технологияларҙы Рәсәйҙең төп үҫеш факторы итеү властың өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһенә әүерелде. “Улар – яҡын йылдарҙа Ватан фәнен һәм иҡтисадын алға этәсәк үҫеш нөктәләре”, – тине Премьер-министр. – “Башҡортостан бөгөн үҙ компетенциялары ярҙамында илдең бер нисә стратегик ғилми-технологик бурысын тормошҡа ашыра. Беҙҙә донъя кимәлендәге Юғары уҡыу йорттары кампусы төҙөлә. Башҡортостанда Инновация фәнни-техник үҙәген булдырырға ниәтләйбеҙ, ул Мәскәү миҫалында фән һәм технологияларҙы үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк”. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Андрей Назаров инновация фәнни-техник үҙәгендә булды
3 октября 20233 окт 2023
~1 мин