Апрель башында Стәрлебаш районында психик сирле ир мунсала ҡатынының бер туған ҡустыһын балта менән сапҡыслап, ауыр йәрәхәттәр һалғайны. Күп ҡан юғалтҡан Тимурҙы Өфө һәм Мәскәү табиптары ҡотҡарҙы. Улар малайға бер нисә операция яһаны. Биш ай буйы дауахана карауаттарында аунағандан һуң үҫмергә оҙайлы реабилитация үтергә кәрәк. Уны ҡот осҡос фажиғә булған йортҡа ҡайтыу көтә. Ҡултыҡ таяғында йөрөгән Тимурға көндәлек тормошта ла уңайлыҡтар талап ителә. Ярай әле яҡташтары быны күҙаллап, иҫкеһе Тимурға фажиғә тураһында иҫләтеп тормаһын тип, ғаиләгә яңы мунса төҙөнө. Хәҙер малайға артабан дауаланырға кәрәк, шуға күрә "Стерлибашевские родники" гәзите был турала яҙып сығып, матди ярҙам ойошторорға тәҡдим итте. Мәктәптәге Шайморатов класының ата-әсәләре ошо изге эшкә тотонған да инде. Аҡсаны Стәрлебаш районының хәйриә фонды йыя. Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/club183772247