2023 йылдың декабрендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының икенсе «Ҡайнау нөктәһе» асыла. Был - коллектив эш итеү урыны, студенттарҙың төрлө профессиональ берләшмәләр, бизнес һәм власть органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең үҙенсәлекле форматы. Ул классик белем биреү процесының сиктәрен киңәйтергә һәм буласаҡ йәш белгестәрҙе төп мәғариф тректарын үҙләштереү барышында уҡ аныҡ бурыстарҙы хәл итеүгә индерергә мөмкинлек бирә. Стратегик башланғыстар агентлығы ҡушыуы буйынса, «НТИ платформалары» ярҙамында ойошторола. Киңлек ғалимдар, эшҡыуарҙар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселәр, студенттар өсөн тәғәйенләнгән. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университеты хеҙмәткәрҙәре «Ҡайнау нөктәһе»н асырға теләгән командалар өсөн уҡыу үтә. Сығанаҡ: https://vk.com/wall-210206459_9687