Шишмә районы Урта Хәжәт ауылында йәшәгән Зиннәтуллина Ғәйнафа Сәләхетдин ҡыҙына 83 йәш. Ул ошондағы ябылған иҫке мәктәпте яңыртып, "Хөсәйенбәк" мәсетен аса, ауылдаштарын Ҡөрьән нигеҙҙәренә һәм аяттар, сүрәләр уҡырға өйрәтә. Үҙе 2007 йылда хаж ҡыла. Йыл һайын ҡорбан сала, быйыл иһә был оло йоланы ир-егеттәрҙең, улдарҙың, атайҙарҙың махсус хәрби операциянан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына, ошо афәттең тиҙерәк бөтөүенә бағышланы. Китап уҡырға ла ярата, йыл һайын башҡорт теленән диктант яҙа һәм "бишле" баһалы сертификаттарға эйә. Ғәйнафа апайҙың 11 ейән-ейәнсәре һәм биш бүләсәре бар. Матур йырлай. Ошо ауылдың «Шәрифә» ағинәйҙәр төркөмөндә әүҙем ҡатнашыусы. Төрлө ҡул эштәре бәйләргә, тегергә ярата. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, баҡса үҫтерә, ҙур хужалыҡ тота. Бешергән аштары телеңде йоторлоҡ. Ғәйнафа апайҙың ауылда абруйы ҙур, уның аҡыллы кәңәшен барыһы ла тыңлай һәм хөрмәт итә. -Өләсәйебеҙ тормошто ярата, бер минут тик ултыра белмәй, гел хәрәкәттә. Үҙ йылыһын, хәстәрен барыһына ла өләшә. Йәшенә ҡарамаҫтан, киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәй ул, - тип яҙа ейәнсәре Зинфира Ҡолмәмәтова. Ғәйнафа Зиннәтуллинаға сәләмәтлек теләйбеҙ! Фотолар ғаилә архивынан алынды.