Тығындар ҡасан бөтөр? “Иннопром. Ҡазағстан” форумы Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында өҫтөнлөклө проекттарға юл асып ҡына ҡалманы, ике туғандаш республиканың күп йыллыҡ дуҫлығында сағыу ваҡиғаға ла әйләнде. Был хаҡта республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов.Оператив кәңәшмәне асып Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров машина төҙөүселәрҙе һәм туризм тармағы белгестәрен үтеп киткән байрамдары менән ҡотланы. Был ике тармаҡ та республикала йылдам үҫешә тиелде. Рәсәйгә ҡушылған яңы төбәктәр ҙә берләшеүҙең 1 йыллығын билдәләне. Андрей Назаров шефлыҡҡа алынған биләмәләрҙә башҡарылған эштәрҙе һанап китте.Үткән аҙна ваҡиғаларына туҡталғанда Башҡортостанда беренсе тапҡыр ойошторолған “Геоһынау” геология чемпионатын билдәләп китергә кәрәк. Был сарала Рәсәйҙең 13 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 20 команда ҡатнашты. Улар республиканың төрлө урындарында ткшереүҙәр уҙға