Найти тему
Башкортостан 24

Ну-ка, все вместе!

   Ну-ка, все вместе!
Ну-ка, все вместе!

Ну-ка, все вместе!

Өфөлә «НУ- КА, ВСЕ ВМЕСТЕ» проектының финалистары ҡатнашлығында ҙур концерт үтте. Танылған алып барыусы Владимир Маркони етәкселегендә йәш артистәр, Рәсәйҙең төрлө ҡалалары буйлап сығыш яһай. Тур 21 ноябрҙә Мәскәүҙә «Crocus City Hall» да ҙур шоу менән тамамлана. Баш ҡаланың йәш йондоҙҙарҙы нисек ҡаршы алыуы хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова.Концерт башланыуға һынаулы ғына минуттар ҡала. Сәхнә артында был ваҡытта тормош ҡайнай. Һәр йырсының тамашасыға алдына сығыу алдынан үҙ йолаһы бар. Берәүҙәр матурлана, икенселәре тауышты уятыр өсөн төрлө күнекмәләр эшләй.Рәсәйҙең төрлө ҡалалары буйлап гастролдә йөрөгән ваҡытта бер ғаиләгә әйләндек, ти ҡатнашыусылар.Өфөлә сығыш яһағандан һуң йәш йондоҙҙарҙы тағылы башҡа ҙур ҡалаларҙа көтөп ҡалалар.Йырсыларҙың репертуарында төрлө жанрҙағы һәм төрлө телдәге йырҙар яңғыраны. Халыҡ йырҙарынан, блюзға тиклем, сөнки артистар һәр тамашасаның күңеленә инеп, хис тойғолар уятырға тырышты. Концерттың алып барыусыһы Владимир Маркони ла Өфө тамашасыһын ғәжәпләндерә алды. Билдәле алып барыусы әйтеүенсә, йәштәр бик дәртләнеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән сығыш яһай. Сағыу тамашаны ҡарарға килгән һәр кем ҙур ҡәнәғәтлек алды.

Смотрите видео

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».