Найти тему
Башкортостан 24

Башҡортостанда ОРВИ һәм ГРИПП менән ауырыусылар һаны 80 процентҡа артҡан

   Башҡортостанда ОРВИ һәм ГРИПП менән ауырыусылар һаны 80 процентҡа артҡан
Башҡортостанда ОРВИ һәм ГРИПП менән ауырыусылар һаны 80 процентҡа артҡан

Башҡортостанда ОРВИ һәм ГРИПП менән ауырыусылар һаны 80 процентҡа артҡан

Белгестәр миҙгел ауырыуының ноябрь һәм декабрь айҙарында көсәйеүен фаразлаһа ла әленән үк поликлиникаларҙа оҙон сираттар күҙәтелә. Табиптар иһә ГРИПП-ҡа ҡаршы тиҙерәк прививка эшләтергә саҡыра. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажында.Йоғошло сирҙе иҫкәртеүҙең иң билдәле сараһы – прививка. Киҙеүҙән һаҡланыу әмәлен күптәр көнэлгәре күрә. Табиптар вакциналау өсөн әле иң уңайлы осор, тип белдерә. Медицина учреждениелары гриптан ике төрлө вакцина ҡуя. “Ультрикс”мы әллә "Совигрипп"мы һалдырырға – табип хәл итә. Республикала киҙеү һәм киҫкен йоғошло ауырыуҙар һаны арта. Поликлиникаларҙа йәнә “Ҡыҙыл зоналар” асыла. “Бокс”ҡа инеү урыны айырым. Башҡаларҙы йоғошло сир хәүефенән аралар өсөн. Иртәнән бөгөн бында тынлыҡ, пациенттар күренмәй, әммә табиптар урынында.Коронавирусҡа килгәндә, башҡаланың Затон биҫтәһендәге 9-сы дауаханала әлегә бер осраҡ та теркәлмәгән. Шуға ҡарамаҫтан һаҡланыу саралары көнүҙәк. Республикала иһә ковидты йоҡторған 300-гә яҡын сирле бар. Донъяла мәкерле сирҙең йәнә бер штамы  — "Пирола" асыҡланған. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығында хәлде тотороҡло, тип тынысландыралар. Мәктәп һәм мәктәпкәсә балалар учреждениеларында сир артыуын иҫкәртеү саралары даими күрелә. Миҙгел сирҙәре таралғанда улар көсәйтелә генә.Сир эләкмәһен өсөн тотош организмдың һаулығын хәстәрләү хаҡ. Иммунитетты сәләмәт йәшәү рәүеше, дөрөҫ туҡланыу, саф һауа һәм рух күтәренкелеге нығыта.

Смотрите видео

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».