Ҡайҙа тыныслыҡ, ҡайҙа татыулыҡ – аҡҡоштар шунда. Благовар районының Языков ауылындағы быуаға бер төркөм аҡҡоштар төшкән! Бына мөғжизә! Урындағы халыҡ уларға һоҡланып, ситтән генә күҙәтеп, кәм тигәндә 13 ҡош йөҙөүен иҫәпләгән. Был күңелле ваҡиға хаҡында район хакимиәте башлығы Марат Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. Орнитологтар әйтеүенсә, көҙөн аҡҡоштар төркөмгә туплана башлай. Был ҡоштарҙың йылы яҡҡа осорға йыйыныуы тураһында һөйләмәй әле, ҡағиҙә булараҡ, көньяҡҡа уларҙың октябрҙең икенсе яртыһында, хатта ноябрь башында йүнәлеүе билдәле. Белгестәр әйтеүенсә, ыҫылдауыҡ аҡҡоштарҙың бер өлөшө республикала ҡышларға ҡала.Әлегә улар быуаны йәмләп, халыҡтың иғтибарын үҙенә тартып, муйындарын тура тотоп, рәхәтләнеп йөҙөүҙәрен белә... Фото: VK.ru