Һәр халыҡтың үҙенең йолалары бар. Башҡорттар ҙа электән эште, байрамды йә тормоштағы берәй ваҡиғаны йола менән башҡарыр булған. Йолаларҙы туған-тыумаса, күрше-күлән, ырыу-ара бергә-бергә атҡарған. Шуларҙың береһе - өмә итеү йолаһы. Йылайыр районының Сәләх ауылында, мәҫәлән, яҙлы-көҙлө һарыҡ ҡырҡыу, ҡош-ҡорт йолҡоу, һуғым кеүек йолалар һаҡланып ҡалған. Өйрәк йолҡоу йолаһы тураһында ентекләп яҙған Зөлфирә Таһированың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. "Беҙҙең Сәләх ауылы - матур ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, тотоп килгән матур төбәк. Ҡош-ҡорт йолҡоу, һуғым өмәләре боронғосараҡ атҡарыла, яңылыҡтар индергәнебеҙ юҡ. Ул әллә күп кинйә улдарҙың, килендәрҙең төп йортта, ата-әсәй менән бергә тороп, ололарҙан отоп алыуынан, өйрәнеүенән киләме, белмәйем... Ҡош йолҡоуға килгәндә, хужабикә бер нисә көн алдан ҡатын-ҡыҙҙарға аңғартып, әйтеп ҡуя. Өмә көнө таң менән мунса яғыла, ҡаҙан борлай. Ҡатындар иртә менән килеп етә. Элегерәк мунса эсендә, ҡошто үтек менән йылытып йолҡа торғайныҡ, хәҙер ҡаҙанға тығып алабыҙ ҙа к
Ир-атҡа - ҡоштоң бото, башы, ҡатындарға тәпәй, ҡанат, муйын...
3 октября 20233 окт 2023
1 мин