Бөгөн Өфөлә “Төбәкте тотороҡло үҫтереү шарты булараҡ Башҡортостан Республикаһында тел сәйәсәте” төбәк-ара (халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) фәнни-ғәмәли конференция бара. Ул “Минең туған телем” программаһының Рәсәйҙең аҫаба халыҡтарының телдәрен һаҡлау буйынса комплекслы саралар планына ярашлы уҙғарыла. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, ЮНЕСКО-ның “Бөтәһе өсөн мәғлүмәт” программаһының Рәсәй комитеты, Китапхана хеҙмәттәшлегенең төбәк-ара-үҙәге, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты. Конференцияның тәүге өлөшө М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында үтте. Мостай Кәрим исемендәге залда ойошторолған пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙы ЮНЕСКО-ның “Бөтәһе өсөн мәғлүмәт” программаһының Рәсәй комитеты рәйесе, Китапхана хеҙмәттәшлегенең төбәк-ара үҙәгенең генераль директоры, педагогия фәндәре кандидаты Сергей Бакейкин, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитетының башҡарма директоры Элина Ғата