Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иртә менән ауыр хәбәр килде

Бөгөн иртә менән ауыр хәбәр билдәле булды. Ҡаты ауырыуҙан һуң күренекле ғалимә, профессор, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова мәрхүм булған. Был турала "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө хәбәр итте. Был уңайҙан башҡорт иле генә түгел, барлыҡ төрки донъя ҙур ҡайғы кисерә. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуған. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға теләй һәм Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетыны тамамлай. Белорет һәм Ауырғазы районы мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа фән менән ныҡлы ҡыҙыҡһына башлай һәм СССР Фәндәр академияһының тел ғилеме институтына уҡырға инә. Төрлө йылдарҙа университеттарҙа уҡыта, министр була. Оҙаҡ йылдар Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор урынбаҫары, директор вазифаһын башҡара. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә, республика ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе була, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, депутат итеп һайлана. Тик бер ҡасан да фән менән шөғөлләнеүен туҡтатмай һәм һуңғы көндәренә тиклем ошо һайлаған юлына тоғро ҡала. Ғалимәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының йәне йәннәттә булһын. Эшләгән эше мираҫ булып ҡалды, эшләп бөтмәгән эштәре ҡалды. Фото: "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө.