Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Араҡынан биҙҙерә, тиҙәр

Болғар ҡалаһында йәшәгән Рушания Минсәғирова, эскелектән любисток үләне, дөрөҫөрәге, тамыры ҡотҡара, ти. "Мин көҙҙө яратам. Шифалы тамырҙар йыйыу өсөн иң ҡулай ваҡыт. Тамырҙарҙың көсөн үләнгә ҡарағанда ла хуп күрәм", - ти ул. Уның рецепты: 50 грамм (яҡынса биш аш ҡалағы) любисток тамырын һәм ике дана лавр яфрағын 250 миллилитр араҡыға һалып, ике аҙна төнәтергә. Икегә бүлеп, эскән кешегә эсерергә. Бер тапҡыр эсеүҙә ҡоҫтороп, араҡынан биҙҙерергә тейеш. Әлбиттә, комментарийҙарҙа "кеше үҙе теләмәһә, бер нимә лә эшләтеп булмай" тигән фекерҙәр ҙә бар. Әммә күпселек уны ҡайҙан алыу тураһында һораша, сөнки был үлән башлыса Грузия, Иран, Афғанстанда үҫә икән. Аптекаларҙан яҙҙырып алырға була, орлоҡ магазиндарында орлоғо бар, күп йыллыҡ үлән, бер сәсһәң, ғүмер буйы үҫә, тигән яуап та бар. ИҪКӘРМӘ! Был мәғлүмәт танышыу маҡсатында ғына бирелде. Һәр осраҡта ла дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ. Фото: muzoktcrb.ru