Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урмандарҙы тергеҙеүҙе дауам итәбеҙ

Башҡортостан биләмәһендә “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу саралары дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын үткәрелгән акция “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Нуриман районының Исай участка урман хужалығында үткән сарала район хакимиәте, “Кроношпан” компанияһы хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр ҡатнашҡан. Шулай уҡ ағас ултыртыуҙа Абдулов исемендәге мәктәп урмансылығы балалары ла ҡатнашҡан. 2,5 гектар майҙанда 10 мең йүкә һәм ҡарағай үҫентеһе ултыртылған. Бөтә Рәсәй акцияһына Белорет урман хужалығында ла ҡушылдылар. Урмансыларҙан башҡа эштә Абҙаҡ ауылы халҡы, М.М. Фазылов исемендәге крәҫтиән (фермер) хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм “Башнефть-розница” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Белорет нефть базаһы коллективы ҡатнашҡан. Дөйөм көс менән акцияла ҡатнашыусылар 4,3 гектар ерҙә 17 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртҡан. – Ошондай ҙур предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сараларында ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы, – ти Белорет урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре. Билдәле булыуынса, “Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.