Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды. Сара Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова, бизнесҡа булышлыҡ итеү хеҙмәттәре вәкилдәре, республиканың бизнес-берләшмәләре ҡатнашлығында асылды. Форумда эшҡыуарлыҡ һәм туризм өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр һәм алдағы аҙнаға саралар программаһы барланды. — Бөгөн Башҡортостанда 130 меңдән ашыу урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмаһы теркәлгән, шулай уҡ 162 меңдән ашыу үҙмәшғүл эшләй. Беҙҙең бурыс – эшҡыуарҙарға ярҙам итеү саралары тураһында ваҡытында һөйләү һәм уларҙың бизнес-идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү. Эшҡыуарлыҡ аҙналығы тап ошоға йүнәлтелгән, саралар 6 октябргә тиклем Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Бөрөләлә, Сибайҙа онлайн һәм офлайн форматта үтәсәк. Эшҡыуарҙарҙың, үҙмәшғүлдәрҙең һәм үҙ эшен асырға теләүселәрҙең әүҙем ҡатнашырына өмөтләнәбеҙ. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусыларҙың барыһын да төбәктә бизнесты үҫтереү шарттарын яҡшыртыр өсөн фекерҙәрен еткерергә