Белорет районынан Александр Дубровский умартасылыҡты үҫтереү өсөн 2 миллион 900 мең һум күләмендә грант алған. Бының өсөн ул йылдың башында “Агростартап” программаһы буйынса ғариза менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт иткән. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Дәүләт ярҙамы арҡаһында эшҡыуар умарталар, бал ҡорто ғаиләләре, бал елгәреү буйынса линия һәм балауыҙ иреткес һатып алған. Ике даими эш урыны барлыҡҡа килгән, 12 кеше миҙгел эшенә йәлеп ителә. Уларҙың хужалығында – 200 баштан ашыу умарта. Ул ҡортсолоҡ буйынса улдары менән бергә шөғөлләнә, был - уларҙың династияһында өсөнсө балсылар быуыны. Умарта сағандар, йүкәләр һәм төрлө ҡырағай үләндәр араһында урынлашҡан. Шуға күрә хужалыҡта бал, прополис, балауыҙҙан башҡа эшкәртеү продукттары ла етештерелә. Был – емеш-еләк менән крем-бал, ирендәр өсөн бәлзәм, “сәләмәтлек ҡалағы” һәм башҡалар. Эшҡыуар үҙенең тауарын төрлө күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә