Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Күп тә ҡалмаған

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән оператив кәңәшмәлә авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү тураһында һүҙ барҙы. Уның белдереүенсә, Башҡортостанда тейешле адреслы программаны тормошҡа ашырыу тамамлана. Уны финанслау – 1,7 миллиард һумдан ашыу. Әле 1,5 миллиард һумы үҙләштерелгән. Унда 26 муниципалитет ҡатнаша. – Әлеге ваҡытта 213 күп фатирлы йорттоң 198-е күсерелгән. Был 99 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡ. Беҙ был эште быйыл уҡ тамамларға ҡарар иттек, унда 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге тип танылған йорттар инә. Бурысты тулыһынса үтәү өсөн Яңауылда 1,5 мең квадрат метрҙа йәшәгән халыҡты күсерергә ҡалды, – тине Андрей Назаров. Был турала тулы мәғлүмәтте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин бирҙе. Уның әйтеүенсә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылған торлаҡтан 8 мең самаһы кеше күсерелгән. Чиновник әйтеүенсә, ғәмәлдәге программаны тамамлағас,

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән оператив кәңәшмәлә авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү тураһында һүҙ барҙы. Уның белдереүенсә, Башҡортостанда тейешле адреслы программаны тормошҡа ашырыу тамамлана. Уны финанслау – 1,7 миллиард һумдан ашыу. Әле 1,5 миллиард һумы үҙләштерелгән. Унда 26 муниципалитет ҡатнаша. – Әлеге ваҡытта 213 күп фатирлы йорттоң 198-е күсерелгән. Был 99 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡ. Беҙ был эште быйыл уҡ тамамларға ҡарар иттек, унда 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге тип танылған йорттар инә. Бурысты тулыһынса үтәү өсөн Яңауылда 1,5 мең квадрат метрҙа йәшәгән халыҡты күсерергә ҡалды, – тине Андрей Назаров. Был турала тулы мәғлүмәтте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин бирҙе. Уның әйтеүенсә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылған торлаҡтан 8 мең самаһы кеше күсерелгән. Чиновник әйтеүенсә, ғәмәлдәге программаны тамамлағас, 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авария хәлендәге тип танылған торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү башланасаҡ. Андрей Назаров әйтеүенсә, ил Президенты Владимир Путин белдереүенсә, был эш үтә мөһим һәм ваҡытында башҡарылырға тейеш. Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.