11-15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм "УМАЙ" этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма башҡорт теле буйынса олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән: Башланғыс кимәл - башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн; Ирекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн; Башҡорт теле диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн диалекттар темаһына һорауҙар. Ҡатнашыу өсөн: 11-15 октябрҙә олимпиаданың сайтына http://basholimpiada.ru/ инергә; Теркәлеү үтергә – олимпиадала теркәлгән ҡулланыусылар ғына ҡатнаша ала; Өс кимәлдең береһен һайларға һәм 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә; Тест тамамланғас, йыйылған балдар менән сертификат алырға. Олимпиада тамамланғас, сайтта белемде үҙаллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыласаҡ. Әгәр һеҙҙә теркәү, тест үтеүҙең техник аспекттары йәки сертификат алыу менән ауырлыҡтар тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телефонына мөрәжәғәт итегеҙ: 7(3472) 46-58-24. Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.
11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡыралар
2 октября 20232 окт 2023
1 мин