Дәүләт Думаһына Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексын ошо закон проекты менән тулыландырыу буйынса яуаплылыҡты күҙ уңында тотҡан яңы статья индерелде. Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 151.3-сө статьяһында ҡаралған енәйәт составы административ преюдиция менән ҡороласаҡ. Йәғни бәлиғ булмаған баланы тәмәке йәки никотинлы продукция ҡулланыу процесына бер йыл эсендә ике тапҡыр йәлеп иткән өсөн енәйәт эше ҡаралған. Ә бер тапҡыр шундай уҡ ғәмәл өсөн административ яза биреләсәк. Парламентарий һүҙҙәренсә, яза 100 мең һумға тиклем штрафтан башлап өс айға тиклем ҡулға алыуҙы үҙ эсенә аласаҡ. "Бынан тыш, балаларҙы ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән башҡа кешеләр йәлеп иткәне өсөн көсәйтелгән яуаплылыҡ – алты айға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған, – тине Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты ("Берҙәм Рәсәй”), Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүл