Көн һайын яҡташтарыбыҙ, кибер-енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалта. Мутлашыусылар төрлө йәлеп итеү сараларын ҡуллана, кешеләрҙең йөрәк-бауырына үтеп инеп, хис-тойғоларында уйнай: бәләгә тарыған туғанына ярҙам итеүен һорайҙар, көтөлмәгән еңеү менән ҡыуандыралар, аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә йүнәлтеп, “ҡотҡарырға” кәңәш итәләр... Алдаҡсыларҙың “ауына" йыш ҡына оло йәштәгеләр эләгә. Мәҫәлән, Нефтекамала йәшәүсе ҡатын мутлашыусыларға дүрт миллион һум самаһы аҡса күсергән. Ошо көндәрҙә ҡатын полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Мәғлүм булыуынса, билдәһеҙ кешеләр уның 3 миллион 507 мең һум аҡсаһын алдап алған. Уға мутлашыусылар шылтыратып, элек электрон биржаға һалған һәм унан мәхрүм ителгән аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге барлығын хәбәр итә. 2023 йылдың июнендә үк ҡатын полицияға ниндәйҙер компанияның 800 мең һум күләмендә аҡсаһын кире ҡайтармауы тураһында ғариза яҙа. Юғалған аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн ҡатындан виртуаль иҫәп лимитын тулыландырыуҙы һорайҙар. Ышаныслы ханым бер нисә онлайн-кредит рәсмиләштерә, таныштарынан бурысҡа ала һәм әйтелгән иҫәптәргә күсерә. Күсереүҙәр суммаһы дүрт миллион һумға яҡынлашҡанда, зыян күреүсе, алдашыуҙа шикләнеп, аҡсаны ҡайтарыуҙы талап итә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә, мәҫәлән, 28 сентябрҙә, республика халҡы мутлашыусыларға 6,5 миллион һумдан ашыу аҡса биреүе тураһында эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 20 хәбәр килә. 15 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Даими рәүештә телефон һәм интернет аша хәүефһеҙ аралашыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп кенә, яҡындарыбыҙға аҡса һаҡламын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәкбеҙ. Фото: https://t.me/mvd_rb/7464