Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар өлкәндәргә мәрхәмәтле

Октябрь башында Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөн үткәрәбеҙ. Был йәмле көндә ололарҙы ҡотлайҙар, бүләкләйҙәр, хөрмәтләп иҫкә алалар. Байрам көнөндә Ишембай районының Этҡол урта мәктәбе укыусылары ла ситтә ҡалмаған. Улар үҙ ҡулдары менән эшләгән открыткалар, йәй буйы баҡсаларында үҫтерган сәскәләрҙән гөлләмәләр тотоп, олатай-өләсәйҙәренә, инәй-бабайҙарына юл тотҡан. Был турала беҙгә мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Наилә Абдрахманова хәбәр итте. Беҙҙең, олатай-өләсәйҙәр заманында бик күп ауырлыҡтар күргән, донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған кешеләр. Бер ауылдан, бер туғандай бер-береһенә яҡындар, татыу йәшәйҙәр. “Ғүмерҙәре буйы хеҙмәттә ҡайнаған, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән олатай-өләсәйҙәр ҡартлыҡ көндәрендә ҙур иғтибарға, хөрмәткә лайык. Әсәйҙәрҙән ҡала был донъяла беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешеләр – беҙҙең өләсәйҙәребеҙ. Бөгөн дә улар беҙгә йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләп, тәмле аштарын бешерәләр, матур гөлдәр үҫтерәләр, үҙҙәренең кәңәштәре менән һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар. Рәхмәт һеҙгә, был донъяла күрһәткән хеҙмәттәрегеҙ, ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн. Беҙ, балалар, һеҙҙең кәңәштәрегеҙҙән тайпылмаҫбыҙ, үрнәк булырга тырышырбыҙ”, – ти Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары. Фото: Наилә Абдрахманова.