Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды

Бөгөн республикала Эшҡыуарлыҡ аҙналығына старт бирелде. Ул 2 октябрҙән алып 6-һына саҡлы барасаҡ. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы үткәрелә. Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, аҙналыҡ Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡалаларында уҙғарыласаҡ. – Эшҡыуарлыҡ аҙналығы – йылдың эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе. Ул төбәк һәм федераль власть органдары, бизнес, йәмәғәтселек берекмәләре, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһы вәкилдәрен берләштерәсәк, башлаусы һәм тәжрибәле бизнесмендарға ярҙам итеүҙең яңы механизмдары буйынса Рәсәйҙәге иң яҡшы ғәмәлдәрҙе тикшереү майҙансығы буласаҡ, – тине министр. Аҙналыҡта 100-ҙән ашыу спикер ҡатнашыуы планлаштырыла, улар араһында Ҡаҙағстан һәм Мексика вәкилдәре лә буласаҡ. Өфөгә Ҡаҙағстандан бизнес-миссия килеүе лә көтөлә. Саралағы мәрхәмәтлек акцияһында йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә тапшырыласаҡ. Фото: “Башинформ”.