2 – 8 октябрҙә Һөт биҙе яман шешенә ҡаршы көрәш аҙналығы үткәрелә. Һөт биҙе яман шеше – Рәсәйҙә һәм донъяла киң таралған онкологик сирҙәрҙең береһе. Хәүеф төркөмөнә бер ҡасан да бала тапмаған, оҙайлы ваҡыт эстроген гормонын ҡабул иткән, бик иртә менструацияһы башланған һәм һуң климакс килгән, шулай уҡ артыҡ тән ауырлығы, зыянлы ғәҙәттәр, түш биҙҙәре йәрәхәтләнгән гүзәл зат вәкилдәре ҡарай. Тағы шун хәтерҙән сығарырға ярамай: түш биҙе – үҙ-үҙеңә диагноз ҡуя белеү ҙур һөҙөмтә биргән сирҙәрҙең береһе. Ҡатын үҙе лә түшендәге яман шеш билдәләрен билдәләй ала. Бының өсөн ай һайын менструация тамамланғас, түште тикшерергә кәрәк. Уның төҫөнөң, формаһының үҙгәреүе кеүек күренештәр һәр гүзәл зат вәкилен һағайтырға тейеш. Маммография – диагноз ҡуйыуҙың “алтын” стандарты. Ул Рәсәйҙең скрининг программаһына ҡарай. 40 йәше тулған һәр ҡатынға уны үтергә кәңәш ителә. Тағы 75 йәшкә тиклем ҡатындарға ике йылға бер тапҡыр маммография үтергә кәңәш ителә. Тағы бик һирәк осраҡтарҙа ирҙәр ҙә (барлыҡ асыҡланған осраҡтарҙың 1 проценты) яман шештең был төрөнә тарый. Түш биҙе яман шеше менән сирләмәү өсөн ваҡытында табипҡа күренеү, ауырыуҙы асыҡлау, бының өсөн иҫкәртеү сараларын үтәү, сирҙе тәүге стадияларҙа асыҡлау хәйерле. Фото: vk.com/wall-109396081_5417