Хөкүмәттең был аҙналағы оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе. Ул уҙған аҙнаның мөһим ваҡиғаларына һәм сараларына йомғаҡ яһаны, яңыһына бурыстар билдәләне. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостанда ОРВИ һәм киҙеү менән сирләү арта. Ошоға бәйле табиптарҙы өйгә саҡыртыу осраҡтары ла күбәйгән. Үткән аҙнала ғына 20 меңдән ашыу саҡырыу булған. Шулай уҡ министр әйтеүенсә, грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Бынан тыш коронавирус менән сирләү ҙә арта. Уҙған тәүлектә сирҙе 68 кешелә тапҡандар. Дауаханаларҙа 105 кеше ята, өйҙәрендә 980 кеше дауалана. Башҡортостандың дүрт йоғошла сирҙәр госпиталендә буш урындар һаны 11-15 процент тәшкил итә. Сирләүселәр артыуға ҡарап, урындар һаны ла арттырыласаҡ. Андрей Назаров COVID-19 менән сирләү артыу осрағына әҙерлек юғары булырға тейеш тине. Мәскәү һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә сикләү саралары индерелә башланғанын әйтте. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Ма