Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йылытыу миҙгелен көткәндә...

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә күтәрелгән ҙур тема йылытыу миҙгеле башланыуға арналды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов белдереүенсә, 3 октябрҙән социаль учреждениеларҙа йылы бирелә башлаясаҡ. – Көндөҙ һәм төндәрен һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын, төндә ҡайһы бер биләмәләрҙә +1 градусҡа тиклем һыуытыуын иҫәпкә алып, балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм дауаханаларға йылыны 3 октябрҙән бирә башларға тәҡдим итәм, – тине Юрий Палтусов. Әйткәндәй, 20 муниципалитетта социаль учреждениеларға йылыны үткән аҙнала уҡ бирә башлағандар. Бөгөнгә ҡарата 3315 объектҡа йылы ингән. Торлаҡҡа килгәндә, әле 776 йортҡа бирелә. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, дөйөм алғанда республикала был аҙна аҙағында уртаса тәүлек температураһы +8 градустан түбән төшәсәк. Тимәк муниципалитеттарға бөтә ерҙә лә йылы бирергә әҙер булырға кәрәк. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская әйтеүенсә, сентябрҙә йылы бирелмәһә лә, түләргә тура киләсәк. Был счетчиктар ҡуйылмаған һәм йылыға сығымдар норматив буйынса иҫәпләнгән тораҡ йорттарға ҡағыла. – Төбәк регламенты буйынса, беҙ норматив буйынса йылына һигеҙ ай дауамында түләйбеҙ. Йылы биреү-бирмәүҙән тормай. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, бында юридик етешһеҙлектәр юҡ. Тимәк, сентябрҙә түләргә тип килһә, ә йылы бирмәһәләр ҡануниәт боҙолмай. Майҙа йылы һүндерелмәһә лә, түләмәйәсәкбеҙ, – тине ул. Фото: gtrk-kostroma.ru