Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әмир Моратовтың уҡыусыһы булыуы менән ғорурлана

Гөлфая Фәхруллина – Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы ҡыҙы. Тыуған төйәгендә һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, уҡыуын Сибай ҡалаһындағы мәктәп-интернатта дауам итә. Артабан уҡытыусы булыу хыялы уны БДУ-ның филология факультетына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә алып килә. - Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма әҙәбиәтте яратыуым этәргәндер. Ә әҙәбиәткә һөйөү ғаиләнән һәм мәктәптән киләлер, сөнки өйҙә барыбыҙ ҙа әҙәби әҫәрҙәр уҡырға ярата инек. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала инем. Уҡытыусыбыҙ Әмир Фәттәх улы Моратов Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, фронтовик-шағир, яу юлдарын үткән хөрмәтле ветеран һәм арҙаҡлы шәхес булды, - ти Гөлфая Әүхәҙи ҡыҙы. Ул үҙенең төп маҡсатын Башҡортостаныбыҙҙың ышаныслы киләсәге булырҙай белемле, рухлы, илһөйәр, телһөйәр шәхестәр тәрбиәләү тип билдәләй һәм ошо маҡсатына тоғролоҡ һаҡлап, фиҙакәр хеҙмәт итә. Гөлфая Әүхәҙи ҡыҙының тырыш хеҙмәте БР Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Ул – шулай уҡ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй I съезы һәм Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайы делегаты. Т. Рахманов исемендәге Үрге Йәркәй урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфая Фәхруллинаға эшендә һәм тормошонда уңыштар, яратҡан хеҙмәтенең татлы емештәрен татып эшләүен, яңынан-яңы ҡаҙаныштар яулауын теләйбеҙ! Фотолар Г. Фәхруллинаның шәхси архивынан.