Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан мәктәп туризмына субсидия алды

Башҡортостанға «Мәктәп туризмы» программаһына федераль бюджеттан өҫтәмә 7,5 миллион һум бүленде. Республика «Мәктәп туризмы» программаһын финанслау күләме буйынса илдә лидерҙарҙың береһе булараҡ аҡса алды. Берлектә финанслау сиктәрендә республика бюджеты тағы ла 3 миллион һум йүнәлтәсәк, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Башҡортостандың «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектында (в нацпроекте «Туризм и индустрия гостеприимства») ҡатнашыуы арҡаһында грант ярҙамын арттырыу мөмкин булды. "Беҙҙең төбәк Мәктәп туризмы программаһы өсөн бүленгән аҡса күләме буйынса Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында тора, – тип хәбәр итте БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. - Өҫтәмә субсидиялар тағы 1503 уҡыусыға бушлай сәйәхәт ойошторорға мөмкинлек бирәсәк". Ағымдағы йылда «Мәктәп туризмы» программаһын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанға федераль бюджеттан бөтәһе 188,7 миллион һум бүленде. Тағы ла 75,5 миллионды төбәк бюджеты йүнәлтте. Бүленгән средстволарҙың дөйөм күләме

Башҡортостанға «Мәктәп туризмы» программаһына федераль бюджеттан өҫтәмә 7,5 миллион һум бүленде. Республика «Мәктәп туризмы» программаһын финанслау күләме буйынса илдә лидерҙарҙың береһе булараҡ аҡса алды. Берлектә финанслау сиктәрендә республика бюджеты тағы ла 3 миллион һум йүнәлтәсәк, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Башҡортостандың «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектында (в нацпроекте «Туризм и индустрия гостеприимства») ҡатнашыуы арҡаһында грант ярҙамын арттырыу мөмкин булды. "Беҙҙең төбәк Мәктәп туризмы программаһы өсөн бүленгән аҡса күләме буйынса Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында тора, – тип хәбәр итте БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. - Өҫтәмә субсидиялар тағы 1503 уҡыусыға бушлай сәйәхәт ойошторорға мөмкинлек бирәсәк". Ағымдағы йылда «Мәктәп туризмы» программаһын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанға федераль бюджеттан бөтәһе 188,7 миллион һум бүленде. Тағы ла 75,5 миллионды төбәк бюджеты йүнәлтте. Бүленгән средстволарҙың дөйөм күләме йыл дауамында 39 меңдән ашыу уҡыусыны бушлай туристик маршруттар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: БР хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.