Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гөлназ Асаеваның Урал аръяғы райондарында гастролдәре булмай

Йәш йырсы Гөлназ Асаеваның Урал аръяғы райондарында гастролдәре булырға тейеш ине. Әммә уны туҡтатырға мәжбүр булған. Ул үҙенең тауышы бөтөүе хаҡынжа хәбәр иткән. "Хөрмәтле Урал аръяғында йәшәүсе тамашасыларыбыҙ! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, концерттарыбыҙҙы күсереп торорға мәжбүр булдыҡ. Уяныуға тауышым юҡ. Бер ниндәй сирем дә юҡ. Барлыҡ алған билеттарығыҙҙы кире ҡайтарырға мөмкин", - тигән ул. Ул ноябрь- декабрь айҙарында килергә өмөтләнә. Гөлназ концерттарында 100 процент тере тауышҡа йырлай, бер ниндәй фонограмма ҡулланмай. "Ҡайһы берҙә фонограммаға ла йырлай белергә кәрәктер... Белмәйем дә, булдыра ла алмайым... Рәхмәт һеҙгә, аңларһығыҙ, тип ышанам. Ғәфү итегеҙ," - тип яҙған йырсы үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә. Гастролдәргә "кес кенә ҡыҙымды ҡалдырырға ҡыйын", тип илай-илай сығып киткән ине. Хәҙер үҙе ауырыған. Гөлназ, тиҙерәк һауығып сыҡ, концерттарыңды көтөп ҡалабыҙ! Фото: асыҡ сығанаҡтан