Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башлана

2-6 октябрҙә Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы уҙғарыла, тип хәбәр итә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә уҙғарыла. Сараның ойоштороусылары – Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ, Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамы менән “Минең бизнесым” үҙәге. Аҙналыҡ семинарҙары онлайн һәм офлайн форматында Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә үтәсәк. - Эшҡыуарлыҡ аҙналығы – эшҡыуарлыҡ өлкәһендә йылдың иң мөһим сараларының береһе, - тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. – Ул үҙенә төбәк һәм федераль власть органдары, бизнес, йәмәғәт берекмәләре, инфраструктура ойошмалары вәкилдәрен берләштерәсәк. Эшҡыуарҙарға ярҙамдың яңы механизмдарын әҙерләү буйынса илдең иң яҡшы практиктарын тикшереү майҙансығына әүерелер. Сарала ҡатнашыуға эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр һәм үҙенең эшен асырға теләгәндәр саҡырыла. Шул уҡ ваҡытта Владивостокта йәш эшҡыуарҙарҙың Бөтә Рәсәй форумы үтеүен билдәләү ҙә мөһим. Президент Владимир Путин унда ҡатнашыусыларға тәбрикләү телеграммаһын ебәрҙе. Әлеге саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото:Башинформ.