“Пакер” фәнни-производство фирмаһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект "Производительность труда") ҡатнашыу дәүерендә һөҙөмтәлелеген өс тапҡырға арттырҙы һәм башҡа предприятиелар менән һаҡсыл технологиялар индереү тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Был турала төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында хәбәр иттеләр. -“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты программаһын тормошҡа ашырыуҙың этаптарының береһе төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары тарафынан моделле тип танылған предприятиеға барыу, яңы предприятиелар менән тәжрибә уртаҡлашыу һәм һаҡсыл производство принцибын үҫтереү. “Пакер” фәнни –производство фирмаһы проектты тормошҡа ашырғанда юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, - тине Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Әйтергә кәрәк, милли проектта ҡатнашыу осоронда компанияның етештереүсәнлеге өс тапҡырға тиерлек артҡан. Хәҙер “Пакер” моделле предприятиеға әүерелде. Фирма үҙенең