Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йөрәкте йәштән һаҡлар кәрәк

Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылындағы Әғнәм Атнабаев исемендәге мәктәптә асылған тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә биология уҡытыусыһы Инзилә Шәрәфиева 8 класс уҡыусылары өсөн Бөтә донъя Йөрәк көнөнә арналған кластан тыш сара үткәргән. Үҙәк “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә булдырылған. Ул был көндө булдырыу тарихы, акцияны мәғариф һәм медицина учреждениеларында үткәреүҙең мөһимлеге тураһында һөйләгән. Күрҙем фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Фәйрүзә Әхмәтнурова йөрәктең төҙөлөшө һәм эшмәкәрлеге, хәүеф факторҙары, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре тураһында мәғлүмәт биргән. Уларҙы туҡтатыу ысулдары тураһында ла һөйләгән. Уҡыусылар йөрәктең ниндәй кимәлдә күнеккән икәнлеген асыҡлау өсөн экспериментта ҡатнашҡан. Тыныс хәлдә һәм физик күнекмәнән һуң ҡан баҫымы һәм пульсты иҫәпләгәндәр, бының өсөн “Үҫеш нөктәһе” үҙәге биргән тонометр файҙаланылған. Эксперимент һөҙөмтәһе буйынса кеше пульсының физик көсөргәнешкә нисек бәйле булыуы тураһында һығымта яһалған. Сара барышында уҡыусылар һау йөрәк ҡағиҙәләрен яҙып асылмалар яһаған, викторина һорауҙарына яуап биргән, йөрәккә бәйле шиғырҙар, мәҡәлдәр уҡыған. Балалар үҙҙәренең йөрәге сәләмәтлеге тураһында, үҙҙәрен, туғандарын һәм яҡындарын һаҡларға кәрәклеге хаҡында уйланған. Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц