“Экология” милли поекты сиктәрендә Нуриман районында бөтә республикалағы кеүек үк “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ битараф булмаған кешеләр тырышлығы менән Иҫке Исай ауылы биләмәһендә биш мең ҡарағай һәм биш мең йүкә үҫентеһе ултыртылған. “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына райондың бөтә ауылдары ла ҡушылған. Был көндө кешеләр үҙҙәренең ихатаһына, ә хеҙмәт коллективтары ведомстволарына ҡараған биләмәләргә ағас ултыртҡан. “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы – был йәш быуында урманға һаҡсал ҡараш тәрбиәләү, кешеләрҙең иғтибарын урман ресурстарын һаҡлау, тергеҙеү проблемаһына йүнәлтеү. – Акцияла ҡатнашҡан һәм экологик башланғысты хуплаған бөтә нуримандарға ла ҙур рәхмәт. Берҙәм тырышлыҡ менән генә тирә-яғыбыҙҙы таҙараҡ, ә йәшәгән биләмәне уңайлы итә алабыҙ, – тине Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов. Билдәле булыуынса, “Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Нуриман районы хакимиәте.