Була бит арабыҙҙа шундай оҫта ҡуллы, бар эште белгән ир-азаматтар! Шундайҙарҙың береһе Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәй. Ҡулынан килмәгән эше, буш ултырған ваҡыты юҡ Йәмил Илембәтовтың. Ул ваҡытында икмәген дә бешереп һата, һөт эшкәртеп продукцияларын магазиндарға ла сығара, ауыл клубында үткән мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай, биләмәнҽң ирекле янғын һүндереу командаһында ла ағза булып тора. Бөгөн ул "Шайтантау" заказнигында егҽрь булып эшләп йөрөй һәм буш ваҡыттарында малайҙары мҽнән йәйәүлеләр өсөн тротуар плитәләрҽ етҽштереүҙе яйға һалған. Афарин, Оло Әбеш ауылы уңғаны! Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.